-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
31 Июль , 11:00

Аҡсаны нисек ҡайтарырға?

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең республика идаралығы лагерҙа ялдың ҡулланылмаған көндәре өсөн аҡсаны кире ҡайтарыу тәртибен өйрәтте. Бала ауырып китһә, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы закондың 32-се статьяһы нигеҙендә юллама хаҡын кире ҡайтарырға мөмкин. 

Аҡсаны нисек ҡайтарырға?
Аҡсаны нисек ҡайтарырға?

Бының өсөн лагерь директорына ғариза яҙырға кәрәк. Бер экземпляры лагерь вәкиленә тапшырыла, ә икенсеһе беренсе экземплярҙы ҡабул итеү тураһындағы иҫкәрмә менән үҙеңдә ҡала.

Учреждение директоры мәсьәләне ыңғай хәл итмәһә, суд аша дәғүә белдерергә мөмкин. Бындай осраҡтар өсөн дәүләт пошлинаһы юҡ. 

Бөтә һорауҙар буйынса ведомствоның «ҡыҙыу бәйләнеш»енә шылтыратыратығыҙ: 8-800-775-01-70.

 

Фото: ya.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: