+28 °С
Болотло
VKOKTelegram
Беләһеңме?
11 Сентябрь 2024, 07:38

Өфө юбилейын нисек ҡаршы алды?

Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү уҙған аҙнаның төп ваҡиғаһы булды. Байрам менән республикабыҙ халҡын Президентыбыҙ Владимир Путин ҡотланы.

Юбилей айҡанлы Башҡортостан етәкселеге Абхазия Президенты Аслан Бжания, Беларусь Премьер-министры Роман Головченко, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар менән Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә Дан гирляндаһы, сәскәләр һалды.
Ағиҙел йылғаһы буйындағы «Өфө – хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһы янында ла тантана уҙҙы. Унда киләсәк быуындарға мөрәжәғәт менән «Ваҡыт капсулаһы» һалынды.
– Ҙур текст яҙылды. Өфөнөң үҫеш тарихы, илдең еңел булмаған осор кисереүе, махсус хәрби операция барыуына ҡарамаҫтан, баш ҡалабыҙҙың үҙгәреүе, яңырыуы тураһында һөйләнек, – тине республика етәксеһе.
Көрәш һарайы асылыу байрамға ҙур бүләк булды. Унда юғары кимәлдәге халыҡ-ара спорт турнир­ҙары ла үткәрергә мөмкин. Был хаҡта Рәсәй спорт министры урынбаҫары Александр Никитин белдерҙе.
«АйДа Фест», «Евразия йөрәге», Урыҫ драма театры алдында тынлы оркестр фес­тивалдәре 300 меңләп тамашасыны йыйҙы. Байрам сараларында Олег Газманов, Николай Басков, Алһыу, Полина Гагарина, Радик Юлъяҡшин кеүек сәхнә йондоҙҙары сығыш яһаны. Төрлө майҙансыҡтарҙа күргәҙмәләр, концерттар, театрлаштырыл­ған тамашалар ҙа үткәрелде.
Ике көн буйы баш ҡалабыҙ гөрләп торҙо. Юбилей саралары һәр беребеҙҙә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас