

Быйыл 72 уҡыусы һынауҙы 100 балға тапшырған. Был былтырғы менән сағыштырғанда күберәк, 57 ине.
Радий Хәбиров белдереүенсә, химия буйынса иң ҙур балл йыйыусылар тағы ла күбәйгән, 2024 йылда 52 булһа, быйыл - 68. Йәш химиктар маҡтауға лайыҡ.
Мәҫәлән, Әлшәй районы Раевкалағы 4-се мәктәптән Ильяс Шафиев, Күмертауҙағы 5-се мәктәптән Кирилл С., Н.Т.Антошкин исемендәге 1-се гимназиянан Арсений Студоляк, Камила Яппарова һәм Әмир Асанов, Саҡмағош гимназияһынан Шамил Ваһапов ошо фәндән 100 балл алған.
Сығарылыш синыфы уҡыусыларына алдағы һынауҙарҙа ла уңыштар теләйбеҙ.
Фото: com.