Һәр бер уҡыусының ижад эше маҡтауға лайыҡ ине. Афарин, гимназистар!
– Тирә-яғыбыҙҙың күркәмлеген, кешеләрҙең бөйөклөгөн сағылдырған картиналар, мәктәп костюмдары, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүес һаҡал, селтәрен бөгөндән үк күргәҙмәләргә сығарырға мөмкин, – ти гимназия директоры Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы Садиҡова.
Гимназияла ижад эштәрен яҡлаған уҡыусылар киләсәктә кем булырын матур ижад емештәре менән иҫбатланылар инде.