+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һәммәгеҙгә тейер йырым бар

Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағоловтың «Йөрәгемдән йырҙар осорам» исемле юбилей концерты тураһында ишеткәс, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғыр юлдары иҫкә төшә.

Һәммәгеҙгә тейер йырым бар
Һәммәгеҙгә тейер йырым бар

Был шиғри юлдарҙы бер аҙ үҙгәртеп, буласаҡ тамашаға барығыҙҙы ла саҡырып, ошолай тиер инем:

Хыялыйҙар, сая һәм йыуаштар!

Һәммәгеҙгә тейер йырым бар.

Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ –

Әйҙә улар йырһыҙ торһондар.

Бар мәшәҡәт, ығы-зығыларҙан арынып, 27 март сәғәт киске 6-ла буласаҡ күркәм байрамға рәхим итегеҙ. Ул «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙасаҡ. Билеттарҙы ошо һылтанма буйынса https://iframeab-pre1991.intickets.ru/seance/12264419 алырға мөмкин. Пушкин картаһын ҡуллана алаһығыҙ.

Артур Туҡтағолов билдәле шағирҙарыбыҙҙың әҫәрҙәренә 100-ҙән ашыу йыр яҙған.Уның илһөйәр,телһөйәр икәнен Шәйехзада Бабичтың «Йырҙарым халҡым өсөн», Рәми Ғариповтың «Салауат батыр», Гөлфиә Юнысованың «Әссәләмәғәләйкүм!», Рауил Бикбаевтың «Һеҙҙе һағынғанда», Дилә Булгакованың «Бейеүсе ҡыҙға», Гөлназ Ҡотоеваның «Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары», Айһылыу Ғарифуллинаның «Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма» һәм башҡа авторҙарҙың шиғырҙарына яҙған йырҙары аша күрәбеҙ.

Концертта башҡорт эстрадаһының сәхнә оҫталары ғына түгел, Татарстандан да ҡунаҡтар көтөлә. Сағыу тамашанан ситтә ҡалмағыҙ!

 

Фото https://vk.com/photo-11876957_457255928 алынды.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: