-12 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Вадим Харисовҡа етеп ҡара!

Өфөләге республика инженер интернат-лицейының IX синыф уҡыусыһы Вадим Харисов мәктәп уҡыусыларының химия фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында абсолют еңеүсе булып, илебеҙҙең туғыҙынсылары араһында иң-иңе тип табылған!Шулай уҡ үҙен химия фәне буйынса Бөтә донъя олимпиадаһына Рәсәй командаһының уҡыу-күнекмәләренә саҡырғандар.

Вадим Харисовҡа етеп ҡара!
Вадим Харисовҡа етеп ҡара!

"Олимпиада Мәскәү ҡалаһының Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетында 18-нән алып 24 мартҡа тиклем барҙы. Бында илебеҙҙең төрлө төбәктәренән иң яҡшы уҡыусылар йыйылды. Башҡортостан данын 5 уҡыусы: Ксения Федотова, Александр Зиновьев, Глеб Микрюков, Данил Моталлапов һәм Вадим Харисовтар яҡланы. Олимпиада өс турҙа үтте. Эштәр бик ҡатмарлы, үҙенсәлекле ине. Фән буйынса белемде генә түгел, ә уйлап табыуға ҡоролған фекерләүҙе лә талап итте ул. Әммә беҙҙең уҡыусылар һынатманы, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште,"- тип хәбәр итәләр Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығынан.

Әйткәндәй, олимпиада призёрҙарына республика Башлығы премияһы тапшырылып килә. Улар илдәге теләгән юғары уҡыу йортона йүнәлешле һөнәр алыу буйынса имтихандарһыҙ уҡырға инә һәм уҡыу осоронда Рәсәй Президенты грантын алыуға дәғүә итә ала. 

Фото:https://education.bashkortostan.ru/uploa 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: