-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Август 2021, 10:50

«Пушкин картаһы» эшләй башлай

1 сентябрҙән Рәсәйҙә «Пушкин картаһы» программаһы эшләй башлай. Был программа 14 – 22 йәштәге үҫмерҙәр һәм йәштәргә театрҙар, музейҙар, галереяларға дәүләт иҫәбенә билет алырға мөмкинлек бирәсәк.

«Пушкин картаһы» эшләй башлай
«Пушкин картаһы» эшләй башлай

«Пушкин картаһы» программаһына 800-ҙән ашыу дәүләт һәм шәхси мәҙәни ойошма индерелгән. Уны тормошҡа ашырыуға Хөкүмәт тарафынан 4 миллиардҡа яҡын аҡса бүленәсәк.

Картаның суммаһы 3 мең һумды тәшкил итә. Уны юллап алыр өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында ғариза бирергә кәрәк. Әлеге картаны сентябрь-декабрь айҙарында ҡулланырға мөмкин. Ә алдағы йылдан суммаһы 5 меңгә тиклем арттырыласаҡ.

Был проектҡа республикабыҙ ҙа ҡушыла. Әлеге көндә Башҡортостандың бөтә театр-концерт ойошмалары, дәүләт музейҙары ингән.

 

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: