+30 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
23 Августа 2021, 07:33

Чемпионатта 76 төбәктән командалар ҡатнашасаҡ

«Йәш һөнәрмәндәр» IX Милли чемпионатына төбәктәрҙән делегациялар килә башланы.

Чемпионатта  76 төбәктән командалар ҡатнашасаҡЧемпионатта  76 төбәктән командалар ҡатнашасаҡ
Чемпионатта 76 төбәктән командалар ҡатнашасаҡ

Шуларҙың иң ҙуры – Мәскәүҙән. Делегация составында – 411 кеше, шул иҫәптә 193 конкурсант 146 компетенция буйынса ярышасаҡ.

– Беҙ Өфөгә еңеү өсөн осабыҙ, беҙҙең башҡа вариант юҡ. Беҙ – иң күп һанлы йыйылма команда, WorldSkills стандарттары буйынса чемпионаттың абсолют еңеүселәре, – тип белдерҙе Мәскәүҙәге һөнәри белемде үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Елена Сумакова.

Унан алда чемпионатта ҡатнашыу өсөн Якутия, Хабаровск һәм Краснодар крайы, Ҡабарҙы-Балҡар республикаһынан делегациялар килгән. Унан тыш, яҡын арала Санкт-Петербургтан вәкилдәр килеү көтөлә. Уларҙың составында – 77 компетенция буйынса ҡатнашыусы 110 кеше. Күптәре ярыштарҙа тәүге тапҡыр көсөн һынай.

WorldSkills финалы – һөнәри белем биреү учреждениеларының 16 йәштән 25 йәшкә тиклемге студенттары һәм 16 йәшкә тиклем WorldSkills Russia Juniors йүнәлеше вәкилдәре араһында WorldSkills стандарттарына ярашлы үткәрелгән иң ҙур ярыш. Быйыл ул 25 – 29 августа Өфө ҡалаһында уҙасаҡ. Сара «Мәғариф» милли проектына ярышлы ойошторола. Ярыштарҙа барлығы Рәсәйҙең 76 төбәгенән командалар көс һынашасаҡ. Улар 105 компетенция буйынса оҫталығын күрһәтәсәк.

 

#WorldSkillsRussia #Нацфинал2021 #НацфиналУфа

 

 

Фото: https://vk.com/kulturarb.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас