+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
22 Сентябрь 2021, 15:57

Вакцинаһыҙ спектаклгә инеп булмаясаҡ

Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, 27 сентябрҙән театр-концерт ойошмалары үткәргән сараларға инеү өсөн COVID-19-ҡа ҡаршы вакцина эшләткәнеңде иҫбатлаған OR-код, һуңғы 6 ай эсендә коронавирус менән сирләүең тураһында йә булмаһа һаулыҡ торошоң буйынса вакцина эшләтә алмауың тураһында медицина белешмәһе булырға тейеш.  

Вакцинаһыҙ спектаклгә инеп булмаясаҡ
Вакцинаһыҙ спектаклгә инеп булмаясаҡ

Был турала министрлыҡтың приказы бар. Сикләүҙәр ҡороғорвирус таралыуын кәметер, тигән фекерҙә етәкселәр. 

Әйткәндәй, театрҙарҙа һәм концерт залдарында яңы миҙгел асыла. Билеттар менән бергә белешмәләрҙе лә тотоп барырға кәрәк буласаҡ. Битлек режимы ла көнүҙәк булып ҡала, әлбиттә.

Фото: afisha-ufa.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: