+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
26 Октябрь 2021, 12:35

Прививка сертификаты үҙгәрәсәк

Рәсәйҙә коронавирусҡа ҡаршы вакцинация йәки COVID-19 йоҡтороу тураһында сертификаттың тышҡы йөҙө үҙгәрә.

Прививка сертификаты үҙгәрәсәк
Прививка сертификаты үҙгәрәсәк

Үҙгәрештәр ағымдағы йылдың 8 ноябренән үҙ көсөнә инә. Алдан бирелгән формалар автоматик рәүештә дәүләт хеҙмәттәре порталында 1 мартҡа тиклем рәсмиләштерелә.

Яңыларында прививканың төп мәғлүмәттәре: исем-фамилия, атаһының исеме, тыуыу датаһы, йәшәү адресы, документ тапшырыу датаһы, вакцина һәм QR-код хаҡында мәғлүмәттәр сағылдырыласаҡ.

Документ электрон төрҙә, урыҫ һәм инглиз телдәрендә вакцинация тамамланғандан һуң өс календарь көндән дә һуңға ҡалмайынса төҙөлөргә тейеш. Уны ҡағыҙға сығарып та була.

Фото: https://www.vesti.ru/article/2631273

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: