+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
11 Ноябрь 2021, 14:09

"Медиация хеҙмәттәре үҙ аллы эшләргә тейеш"

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Ольга Львова-Белова «Мәғариф тураһында» ҡанунға мәктәптәрҙәге  медиация һәм яраштырыу хеҙмәттәре, уларҙың нисек, ниндәй ысулдар ҡулланып эшләүҙәре  тураһында ла аныҡлыҡ индереп өҫтәп яҙырға тәҡдим итә.

"Медиация хеҙмәттәре үҙ аллы эшләргә тейеш"
"Медиация хеҙмәттәре үҙ аллы эшләргә тейеш"

"Рәсәйҙең белем усаҡтарында эшләгән медиаторҙар әлеге ваҡытта директорҙарға буйһона, улар үҙ аллы эшләргә тейеш", - тип иҫәпләй Ольга Львова-Белова.

Белеүебеҙсә, мәктәптәге медиация хеҙмәтендә ошо өлкә буйынса тейешле әҙерлек курсы үткән уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр һәм уҡыусылар эшләй. Улар уҡыусы менән уҡыусы, уҡыусы менән өлкәндәр араһында килеп сыҡҡан бәхәстәрҙе, аңлашмаусанлыҡтарҙы,  конфликттарҙы хәл итергә ярҙам итә. Медиаторҙар бер кемде лә яҡламай, һәр яҡҡа үҙ фекерен әйтергә, бәхәстән сығыу юлын тәҡдим итергә мөмкинлек бирә.

Медиация институты киңерәк таралһа, үҫмерҙәр араһында буллинг, тәртип боҙоу, полицияға эләгеү осраҡтары кәмер ине, моғайын.

Фото: psoch1.86.i-schools.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: