-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Декабрь 2021, 17:26

Республика ата-әсәләр форумы үтте

Баш ҡалабыҙҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Туған тел – изге аманат» республика ата-әсәләр форумы ҡатнашыусылары менән осрашты.

Республика ата-әсәләр форумы үтте
Республика ата-әсәләр форумы үтте

Уны асып, Радий Фәрит улы башҡорт телендә сығыш яһаны.
– Һеҙҙең менән күптән осрашырға теләгәйнек. Сөнки фекерҙәребеҙ бар, һеҙҙең менән дә кәңәшләшергә кәрәк. Һеҙ беләһегеҙ, күп энергия, ваҡытыбыҙ коронавирус менән көрәшеүгә китә. Әммә бына бөгөн осраштыҡ, йыл аҙағында бергәләп мөһим һорауҙар буйынса кәңәшләшәйек, – тине ул.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда башҡорт телен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, Бишбүләк районында муниципалитет гимнын биш телдә – урыҫса, башҡортса, татарса, сыуашса, мордваса башҡара. Республикабыҙҙа 2024 йылға тиклем Башҡортостанда 10 полилингваль гимназия булдырыласаҡ.

Радий Хәбиров туған телде өйрәнеүҙә заманса алымдар етешмәүен дә билдәләне. Башҡорт телен үҫтереү фонды яңы алымдар булдыра һәм был йүнәлештә эште дауам итеү зарур. Унан тыш, район-ҡалаларҙа туған телдә аралашыу урыны булған балалар-ата-әсәләр үҙәктәре булдырыу мөһим, тине республика етәксеһе. Тарихи иҫтәлектәрҙе мәңгеләштереү ҙә мөһимлеген белдерҙе.
– Беҙ республикала Ҡайтарылған исемдәр музейы булдырабыҙ. Унда беҙҙең данлыҡлы милләттәштәребеҙҙең экспозициялары булдырыласаҡ. Һүҙ Миңлеғәли Шайморатов, Таһир Кусимов һәм башҡалар тураһында бара, – тине Радий Хәбиров.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, 2020 йылда Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ҡабул ителгән, ул 2031 йылға тиклем иҫәпләнгән.

Осрашыу барышында Башҡортостан башлығы форум ҡатнашыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе. Ул был сараны даими итеү башланғысын хупланы, уны Башҡорт теле уҡытыусылары форумы менән берләштергәндә тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ, тине.

Милли гвардия ғәскәрҙәренең өлгөлө-күрһәтмә оркестры етәксеһе, полковник Азат Шахмөхәмәтов Башҡортостан Башлығына йыл һайын Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙанда үткән халыҡ- ара «Спасская башня» фестивалендә ҡатнашыу өсөн башҡорт тынлы оркестры булдырыу мәсьәләһен күтәрҙе. Радий Хәбиров был башланғысты хупланы һәм республиканың Мәҙәниәт министрлығына республиканан ғариза төҙөргә ҡушты.
Унан тыш, ошоға оҡшаш фестивалде республикала ла, Совет майҙанында, 2022 йылда уны төҙөкләндереү эштәре тамамланғас, ойошторорға мөмкин. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова был йәһәттән төрлө варианттар ҡарала, тип белдерҙе.

Режиссёр Булат Йосопов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге сиктәрендә киләһе йылды Мәҙәниәт йылы итеп иғлан итергә тәҡдим итте, шулай уҡ башҡорт телендәге фильмдарҙы прокатҡа сығарыуҙа ярҙам күрһәтергә үтенде.
Радий Хәбиров уға «Беренсе республика» фильмы өсөн рәхмәт әйтте, уның мәҙәниәт йылы буйынса башланғысын хупланы.
Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзаларына юғары наградалар тапшырҙы.

 

 

Фото: https://vk.com/kurultaibashkir.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: