-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
24 Декабрь 2021, 13:59

Рөстәм Нәбиев - РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы

Президент Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының яңы ағзалары тураһында указға ҡул ҡуйған.

Рөстәм Нәбиев - РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы
Рөстәм Нәбиев - РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы

Улар - биш кеше, араларында Башҡортостан егете, параспортсы һәм блогер, Рәсәй һәм Европаның иң бейек нөктәһе - Эльбрус тауына ҡулдары ярҙамында ғына күтәрелгән Рөстәм Нәбиев та бар. Белеүегеҙсә, Рөстәм - Саҡмағош районы егете, әрмелә хеҙмәт иткәндә 2015 йылда Омск ҡалаһында казарма емерелеп төшөп, ғүмерлеккә ғәрип булып ҡалғайны. 24 хеҙмәттәшенең ғүмере өҙөлдө.

Рөстәмдең ауырлыҡтарҙы еңеп, рухи яҡтан да, физик яҡтан да көслө булып ҡалыуы һоҡландыра, өлгө булып тора. Әйткәндәй, быйыл Непалдағы 8 километрҙан бейегерәк Манаслу тауына ла күтәрелде ул.

Әле Рөстәм Нәбиев үҙен әрмегә оҙатып ҡалған һөйгәне Индира менән ғаилә ҡороп, ике ҡыҙ үҫтерәләр. Уларға бәхет һәм һаулыҡ теләйбеҙ.

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: