-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
25 Декабрь 2021, 23:17

Республика Башлығы бүләктәре тапшырылды

25 декабрҙә Республика Башлығы шыршы байрамдары уҙҙы. Быйыл да коронавирус пандемияһы сәбәпле һәләтле балаларҙы Өфөгә йыйыу мөмкинлеге булманы. Саралар ҡала һәм райондарҙа ойошторолдо.

Республика Башлығы бүләктәре тапшырылды
Республика Башлығы бүләктәре тапшырылды

Башҡортостан Башлығының Яңы йыл бүләктәре республиканың төрлө район-ҡалаларынан 780 уҡыусыға тапшырылды. Улар араһында олимпиадалар, спорт ярыштары, ижади конкурстар еңеүселәре, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, күп балалары ғаиләләрҙән, һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән һәм етем балалар бар.

Байрамда ҡатнашыусыларҙы муниципаль район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡотланы. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, киләһе йыл хужаһы Юлбарыҫ һәм башҡа әкиәт, йәнһүрәт геройҙары ҡатнашлығында күңелле Яңы йыл тамашалары ойошторолдо.  

Фото: https://miyaki.bashkortostan.ru/

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: