+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
28 Декабрь 2021, 13:59

Республикабыҙҙа Кино фонды буласаҡ

 «28 декабрь – Халыҡ-ара кино көнө. Беҙ үткән аҙнала кинематографистар менән осрашҡайныҡ. Ҡыҙыҡлы, сағыу башҡорт киноһы бар, тип бөгөн ышаныслы әйтә алабыҙ. Беҙ ҡабул иткән мөһим ҡарарҙарҙың береһе –  Рәсәй кино фондына оҡшаған Кино фонды булдырыу, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә.  

Республикабыҙҙа Кино фонды буласаҡ
Республикабыҙҙа Кино фонды буласаҡ

Радий Фәрит улы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрына Кино фондын булдырыу өсөн финанслауҙы ҡарарға ҡушты.

«Башҡортостан» киностудияһы йыл һайын заманса кино ҡоролмалары менән йыһазландырыласаҡ. Республикабыҙҙа заманса кинотеатрҙар булмаған 14 муниципалитетта 2023 йылға тиклем яңыртылған кино залдары барлыҡҡа киләсәк.

Баш ҡалабыҙҙа «Родина» кинотеатрының 70 йыллығына әҙерлек башлана. Унда ремонт эштәре 2023 йылға тиклем башҡарыласаҡ.

 

 

 

Фото: «Башинформ».

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: