+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Быйылға йәшәү минимумы күпме?

Республикабыҙҙа 2022 йылға йәшәү минимумы билдәләнде. Был сумма, үткән күрһәткескә ҡарағанда, 700 һумға күберәк.

Быйылға йәшәү минимумы күпме?
Быйылға йәшәү минимумы күпме?

Шулай итеп, быйыл йәшәү минимумы йән башына 11 мең 99-ҙы тәшкил итәсәк. 2021 йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткес 700 һумға күберәк. Эшкә һәләтлеләр өсөн йәшәү минимумы 12 меңде тәшкил итә, хаҡлы ялдағылар өсөн — 10 мең 431, балалар өсөн — 10 мең 679 һум.
Был тейешле ҡарар әлеге йылдың 1 ғинуарынан эшләй башланы, республикабыҙҙың хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында ла баҫылып сыҡҡан.

 

 

Фото: https://sterlegrad.ru/society/

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: