+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Әмир, Ислам, Мәҙинәләр күбәйгән

Республикала иң популяр исемдәр билдәле булды.

Әмир, Ислам, Мәҙинәләр күбәйгән
Әмир, Ислам, Мәҙинәләр күбәйгән

РБ Юстиция буйынса дәүләт комитеты 2021 йылда тыуған балаларға ҡушылған исемдәр буйынса рәсми мәғлүмәт бирҙе. Баҡтиһәң, ҡыҙҙарға Мәҙинә, Камилла, Йәсминә, Амелия, Валерия, Дарина, Ева, Алиса, София, Злата, Ульяна, Эмилия, Рамина, Оливия исемдәрен йыш ҡушалар икән. Малайҙар араһында иһә Әмир, Самир, Ислам, Кәрим, Данил, Тимур, Артем, Владислав, Глеб, Егор, Кирилл, Лев, Матвей, Никита, Роман, Платон, Эмир, Ярослав исемдәре популяр.

Азель, Фиалка, Шанель, Николина, Роланд, Сабриэль, Эдвард, Эрамир, Ермак кеүек телгә ятмаған үҙенсәлекле исемдәрҙе һайлаусы атай-әсәйҙәр ҙә бар.

Фото: https://yandex.ru/images/search

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: