-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
12 Ғинуар 2022, 13:21

Мәктәп ашханаһында дрель менән эремсек бутағандар

Юҡ, юҡ, Башҡортостанда түгел. 

Мәктәп ашханаһында дрель менән эремсек бутағандар
Мәктәп ашханаһында дрель менән эремсек бутағандар

Чукоткалағы бер ауыл мәктәбендә ашхана хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларға ашарға әҙерләгәндә эремсекте электр дреле менән бутаған. Был "үҙенсәлекле" эш барышының фотолары социаль селтәрҙәргә барып юлыҡҡас, тикшереү башланған. Өлкә прокуратураһының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, тикшереү барышында ашнаҡсыларҙың алюминдан яһалған һауыттар ҡулланыуы ла асыҡланған. Бындай һауыттарҙа һөт ризыҡтарын йылытыу тыйыла, сөнки реакция булып, алюминдың ризыҡҡа эләгеүе ихтимал. 

Санитар-эпидемиологик  һәм ҡанун талаптарын боҙған өсөн директорға - 3 мең, белем усағына 110 мең һум күләмендә штраф һалғандар.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: