

Кисә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филормонияһына уның ижадын һөйөүсе тамашасылар, ижадташ дуҫтары, яҡындары йыйылды. «Йөрәгемдән йырҙар осорам» тип аталған юбилей концерты барыһының күңеленә хуш килде. Тамашала Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла сығыш яһаны.