+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
29 Января 2022, 13:06

Рәсәй Президенты ла ҡатнаша

4 февралдә Пекинда үтәсәк Ҡышҡы олимпия уйындарын асыу тантанаһында Рәсәй Президенты Владимир Путин да ҡатнашасаҡ.

Рәсәй Президенты ла ҡатнашаРәсәй Президенты ла ҡатнаша
Рәсәй Президенты ла ҡатнаша

Ҡытайға 20 хөкүмәт, дәүләт һәм халыҡ-ара ойошма лидерҙары барыуы көтөлә. 

Рәсәй Президентының Ҡытай Халыҡ Республикаһы етәксеһе Си Цзиньпин менән осрашыуы планлаштырылған.

Билдәле булыуынса, пандемия арҡаһында Ҡышҡы олимпиаданы асыу тантанаһын уҙғарғанда ойоштороусыларға спортсылар өсөн дә, рәсми ҡунаҡтар өсөн дә ҡәтғи сикләү саралары ҡулланырға тура килә.

Фото:sovsport.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас