

Әммә ул проектта 2023 йылда ғына ҡатнаша аласаҡ. Сөнки быйыл уға проект остаздарына йырлап ишеттерергә сират етмәгән. Шулай ҙа була икән. "Ниһайәт, "Тауыш.Балалар" шоуында тыңлап ҡарауҙар тамамланды. Миңә сират килеп етмәне, шуға күрә туранан-тура 10-сы миҙгелгә күсәм. Беҙ өсөнсө көндә сығыш яһарға тейеш инек. Беренсе көндә - 20, икенсе көндә 19 ҡатнашыусы үтте. Өсөнсә көн иң тулҡынландырғысы ине, сөнки урындар әҙ генә ҡалғайны, ә ҡатнашыусылар күп ине әле. Минең алдағы ҡыҙ Егор Кридта ҡалған һуңғы урынды алды... Һөҙөмтәлә, беҙ, 27 кеше, алдағы миҙгелдә ҡатнашасаҡбыҙ. Шоуҙың ҡағиҙәләре буйынса тыңлап ҡарауҙың тәүге көнөндә сығыш яһаясаҡбыҙ", - тип яҙған Рамазан Инстаграмда.
Ярай, уның ҡарауы, Алла бирһә, бер йылдан "Тауыш.Балалар" проектының 10-сы юбилей миҙгелендә ҡатнашыр беҙҙең Рамазан Биккинин.
Фото: teleoboz.ru