+29 °С
Ясно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
12 Февраля 2022, 10:30

Бөйөк шағир иҫтәлегенә

Бөгөн – Рәми көнө. Ошо уңайҙан баш ҡалала төрлө саралар үтә. Р.Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатында ла шағирҙың яҡты рухын иҫкә алдылар, уның бюсы алдында тантаналы сара үтте.

Бөйөк шағир иҫтәлегенәБөйөк шағир иҫтәлегенә
Бөйөк шағир иҫтәлегенә

Башҡорт халыҡ йыры «Сыңрау торна» менән башланып китте ул. Гимназия тәрбиәләнеүселәре башҡарыуында шағирҙың бик күп шиғырҙары яңғыраны.
Сарала бик күп хөрмәтле ҡунаҡтар, башҡорт интеллигенция вәкилдәре Рәми Ғариповтың балалары, ейәндәре менән бергә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов та ҡатнашты.
-Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән бөгөнгө оло байрам менән ҡотлайым. Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижад юлы беҙҙең өсөн өлгө булып тора. Ул башҡорт поэзияһын юғары кимәлгә күтәрҙе. Шуға ла уның шиғырҙарын белергә, исемн танырға бурыслыбыҙ. Бөгөн, мәҫәлән, Рәми Ғариповтың шиғырҙары Рәсәй актерҙары тарафынан яңғыраны. Быйыл шағирҙың яҡты иҫтәлегенә арналған киң масштаблы проекттар тормошҡа ашырыласаҡ. Гөлнара Рәми ҡыҙы менән һөйләшеп, уның архивын цифрлаштырырға ҡарар иттек. З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Рәми Ғариповтың 5 китабы донъя күрәсәк, - тине ул үҙ сығышында.
Күренекле шәхестәр, шағирҙың балалары ла сығыш яһаны. «Февраль. Буран» спектаклендә төп ролде уйнаусы Артур Кәбиров шағирҙың һуңғы яҙылған шиғырын уҡыны.
Тантаналы сара шағирҙың бюсына сәскәләр һалыу һәм бер минут тынлыҡ менән тамамланды.

 

Фото:https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-

Бөйөк шағир иҫтәлегенә
Бөйөк шағир иҫтәлегенә
Бөйөк шағир иҫтәлегенә
Бөйөк шағир иҫтәлегенә
Бөйөк шағир иҫтәлегенә
Бөйөк шағир иҫтәлегенә
Бөйөк шағир иҫтәлегенә
Бөйөк шағир иҫтәлегенә
Бөйөк шағир иҫтәлегенә
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас