+24 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
15 Февраля 2022, 06:14

Министр менән шашка уйнаясаҡтар

Быйылғы уҡыу йылы алдынан Республика балалар клиник дауаханаһында "УчимЗнаем" федераль проекты сиктәрендә оҙайлы ваҡыт дауаланыусы балалар өсөн госпиталь мәктәбе асылғайны. Был проект Рәсәйҙә 2014 йылдан тормошҡа ашырылып килә.

Министр менән шашка уйнаясаҡтарМинистр менән шашка уйнаясаҡтар
Министр менән шашка уйнаясаҡтар

Хәҙер Башҡортостанда ла дауаханала ятҡан ауыр сирле ҡыҙҙар һәм малайҙар тиҫтерҙәре кеүек белем алыу мөмкинлегенә эйә. 

Әйткәндәй, 22 февралдә онкология һәм гематология бүлеге пациенттарының БР Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин менән онлайн-шашка турниры уҙасаҡ. Был сараның маҡсаты - ошо спорт төрөнә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, һәләтлеләрҙе асыҡлау һәм, әлбиттә, яман шешле балаларҙың проблемаларына иғтибар йәлеп итеү. Белеүебеҙсә, 4 февралдә Бөтә донъя яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы көрәш көнө билдәләнеп үтте. 

Фото: интернеттан алынды.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас