

- Бөгөн беҙ был күргәҙмәне асып, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылын асабыҙ. Эпостар халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған тәүге сығанаҡ булып тора бит. Шуға ла уларҙы өйрәнеүҙе, тикшереүҙе, һаҡлауҙы, иң мөһиме, киләсәк быуынға тапшырыуҙы беҙҙең төп бурысыбыҙ, тип һанайым, - тине Азат Шамил улы.
Күргәҙмә башҡорт һәм башҡа Рәсәй халыҡтарының биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре, тарихи китаптары һәм документтарына нигеҙләнеп ойошторолған. Улар илебеҙҙең мәҙәни һәм мағариф учрежденияларынан, Пермь өлкәһендәге тыуған яҡты өйрәнеүселәр музейҙарынан, шәхси коллекцияларҙан йыйылған. Экспонаттар халыҡтарҙың бай тарихын,мәҙәниәтен, шул иҫәптән милләтебеҙҙең хазинаһы, иң боронғо ҡомартҡыһы булған "Урал батыр" эпосын сағылдыра.
- Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә асылған күргәҙмә мәшһүр эпосыбыҙҙың мәңге онотолмаясағын, халҡыбыҙ йәшәй икән, тимәк, уның да йәшәйәсәге хаҡында һөйләй. Сөнки ата-бабаларыбыҙҙың мираҫына тоғро булған халҡыбыҙ, замандаштарыбыҙ бар, - тип белдерҙе Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, философия фәндәре докторы Зөһрә Рәхмәтуллина.
Күргәҙмә 21 мартҡа тиклем эшләйәсәк. Шишәмбе, шаршамбы, кесе йома һәм йома көндәрендә - иртәнге 11-ҙән киске 6-ға, шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә иртәнге 11-ҙән алып 6-сы яртыға тиклем ҡарарға була. Дүшәмбе - ял көнө. Билеттарҙы Пушкин картаһы менән дә алырға мөмкин.
Фото: https://museumrb.ru/news/otkrytie_vystavki_e