+23 °С
Ясно
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
22 Февраля 2022, 12:12

Йәмил менән Оксананы күрһәтәсәктәр

Дуҫтар, бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Рәсәй режиссёры Александр Галибиндың барыбыҙ ҙа яратып ҡараған "Һеңлекәш" фильмын күрһәтәсәк.

Йәмил менән Оксананы күрһәтәсәктәрЙәмил менән Оксананы күрһәтәсәктәр
Йәмил менән Оксананы күрһәтәсәктәр

Белеүегеҙсә, был картина Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса төшөрөлгәйне. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында украин ҡыҙы Оксана башҡорт ауылына мәжбүри рәүештә эвакуациялана һәм Йәмилдәрҙең ғаиләһендә йәшәй. Балалар дуҫлашып, бер туғандай булып китәләр. Был бөгөнгө Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында барған хәл-ваҡиғаларға ауаздаш кеүек. Унда әле бик күп ғаиләләр тыуған ерҙәренән китергә мәжбүр. Башҡортостан да ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерлеген белдерҙе. 

22 февралдә 19 сәғәт 40 минутта "Һеңлекәш" фильмын ҡарағыҙ. 

Фото: gm-production.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас