+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
24 Февраля 2022, 11:25

"Башҡортостан чемпиондарын ҡаршылай"

Ошондай исем менән Өфөлә 27 февраль көндө иртәнге сәғәт ун беренсе яртыла "Өфө - Арена" алдында Ҡышҡы Олимпия уйындары призёрҙары һәм ҡатнашыусылары менән тантаналы осрашыу үтә. 

"Башҡортостан чемпиондарын ҡаршылай""Башҡортостан чемпиондарын ҡаршылай"
"Башҡортостан чемпиондарын ҡаршылай"

XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындарының һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан спортсылары дүрт бронза миҙал яуланы. Рәсәй йыйылма командаһына беҙҙән барлығы 14 спортсы алынғайны: Семён Елистратов, "Ағиҙел" хоккей командаһынан 7, "Салауат Юлаев" хоккей командаһынан 2 хоккейсы, биатлонсылар Эдуард Латипов,Антон Бабиков, бобслейсы Юлия Беломестных, Ростислав Гайтюкевич һәм скелетонсы Александр Третьяков бар.

Баш ҡала ҡунаҡтарын һәм өфөләрҙе мауыҡтырғыс, күңелле программа көтә. Олимпиада буйынса тамашасылар менән шәп викторина уҙғарыласаҡ, "Рәсәйҙең иң көслө кешеһе" турнирының дүрт тапҡыр еңеүсеһе булған Эльбрус Ниғмәтуллин менән шоу, хоккейсылар, фигуристар һәм шорт-трексылар ҡатнашлығында "Боҙло батл" уҙғарыласаҡ. Шулай уҡ 2022 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары спортсыларынан автограф алыу мөмкинлеге була.

Фото:https://vk.com/wall-158808331_1394?

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас