+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
28 Февраля 2022, 11:06

Бала хоҡуҡтарын яҡлап

Өфөлә бала хоҡуҡтарын яҡлауға ҡағылған һорауҙар буйынса ҡабул итеү ойошторола.

Башҡортостандың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина һәм Рәсәй Федерацияһы Тикшереү комитетының Башҡортостан буйынса тикшереү идаралығы етәксеһе Денис Чернятьев 2 мартта бала хоҡуҡтарын яҡлауға ҡағылышлы һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итәсәк.

 Сара Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95-се йорт, 208-се бүлмә адресы буйынса 11.00 – 13.00 сәғәттә  уҙасаҡ.    Тик 8 (347) 280-85-25 , 8 (347) 276-71-40 телефондарына шылтыратып, алдан яҙылырға кәрәк.

Үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы, ә бүтән кешеләр исеменән мөрәжәғәт итһәгеҙ, ышаныс ҡағыҙы алып килегеҙ.

Фото: ufa.bezformata.com

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас