+28 °С
Болотло
VKOKМакс

"Тамыр"ға - утыҙ йәш

Бөгөн "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телестудияһы 30 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан Башҡортостан юлдаш телевидениеһында бөгөн көн дауамында "Тамыр"ҙарҙы ҡарай алаһығыҙ. Беҙ ҙә уларҙы матур байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ!

"Тамыр"ға - утыҙ йәш"Тамыр"ға - утыҙ йәш
"Тамыр"ға - утыҙ йәш

«Тамыр» балалар телеканалы — «Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы»ның махсус студияһы.

Ул 1992 йылдың 2 мартында «Сәңгелдәк» тапшырыуы менән асыла.

Әлеге ваҡытта уның телевидениела - 14, радиола 17 тапшырыуы бар.

Улар Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашып, бик күп тапҡыр лауреат булдылар. «Ҡоралай» фильм-әкиәте (авторы - Г. Ҡолһарина, режиссёры - Р. Фәтхиев) «ТЭФИ» төбәк-ара-2005 юғары телевизион премияһына лайыҡ булды. «Ҡамыр батыр» әкиәте (сценарийын Г. Ҡолһарина яҙған, режиссёры - А. Малбаева) «Включайся» Халыҡ-ара балалар телевидениеһы фестиваленең «Нәфис фильм» номинацияһында еңеү яуланы. Унан башҡа бик күп фестивалдәрҙә лауреат булдылар.

Йәш быуынға милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, туған телгә таянған тәрбиәүи эштәрҙе еткереүҙе "Тамыр" бик ойошҡан алып бара.

Мәғлүмәт Башҡорт Википедияһынан алынды.

Фото:https://yandex.ru/images/search?text

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас