+21 °С
Облачно
VKOKTelegram

Үҙебеҙҙең йәнһүрәт

1 майҙа "Суворов. Бөйөк сәйәхәт" тигән анимацион фильм прокатҡа сығасаҡ. Ул Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәр һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары булышлығында төшөрөлгән. 

Үҙебеҙҙең йәнһүрәтҮҙебеҙҙең йәнһүрәт
Үҙебеҙҙең йәнһүрәт

"Союзмультфильм" белдереүенсә, геройҙарҙы тауышландырыусы актёрҙар составы үҙенсәлекле. Александр Суворовты Константин Хабенский тауышландыра, шулай уҡ Филипп Киркоров, Антон Макарский, Наталья Быстрова һәм башҡалар йәлеп ителгән. 

Йөкмәткеһенә килгәндә, Гриша исемле йәш егеткә һөйгәне Сонянан айырылып, Швейцарияға хәрби поход ваҡытында Суворов етәкселегендәге полкта хеҙмәт итергә тура килә.  

Был тарихи ваҡиғаларға таянып төшөрөлгән йәнһүрәтте ғаилә менән ҡарарҙар, тип көтөлә.

Фото: youtube.com/ Central Partnership 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас