+28 °С
Болотло
VKOKМакс

"Шаяниум" 20-се тапҡыр үтә

Иртәгә Өфөнөң Мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә (Беренсе май урамы, 47) "Шаяниум" шаяндар һәм тапҡырҙар ҡала конкурсының 20-се юбилей уйыны үтәсәк. 

"Шаяниум" 20-се тапҡыр үтә"Шаяниум" 20-се тапҡыр үтә
"Шаяниум" 20-се тапҡыр үтә

Быйылғы башҡорт "Шаяниум"ы Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына арнала. Девизы - "Ғүмер ҡыҫҡа - үткәрмә бушҡа". 

Был сарала быйыл район этаптарында 32 команда ҡатнашҡан, 14-е ярымфиналға сыҡҡан. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: "Шаяниум"да уҡытыу урыҫ телендә алып барылған белем усаҡтарынан да уҡыусылар ҡатнаша. Быйыл да  ярымфиналға сығыусы командаларҙың 5-әүһе урыҫ мәктәптәренән.  

22 мартта үтәсәк финалда 9 команда көс һынашасаҡ. Башҡорт КВН-ы 15.00 сәғәттә башлана. 

Фото: интернеттан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас