+13 °С
Дождь
VKOKTelegram

Бер кабинетта уҡыу ялҡыттымы?

Илдә ковидҡа ҡаршы сикләүҙәр йомшартыла башланы. 

Бер кабинетта уҡыу ялҡыттымы?Бер кабинетта уҡыу ялҡыттымы?
Бер кабинетта уҡыу ялҡыттымы?

Рәсәйҙең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте белгестәре мәғариф учреждениелары өсөн санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үҙгәртеү буйынса проект әҙерләгән. Атап әйткәндә, бер синыфты бер кабинетҡа беркетеү тураһында һүҙ бара. Ведомство етәксеһе Анна Казактың 2022 йылдың 30 июнендә сыҡҡан ҡарары буйынса пандемия ваҡытында һәр синыф үҙенә беркетелгән кабинетта уҡыны. Физкультура, технология кеүек предметтарҙы иҫәпкә алмағанда, әлбиттә. 

Тиҙҙән санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үҙгәртелеү буйынса рәсми документҡа ҡул ҡуйылғас, мәктәптәрҙә уҡытыусылар элеккесә һәр дәресте үҙ бүлмәһендә үткәрә башлаясаҡ.

Фото: igorgubarev.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас