+34 °С
Ясно
VKOKМакс

Бушлай туҡланыу дауам итәсәк

23 мартта Хөкүмәт йортонда республиканың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штабтың ултырышы үтте. Унда мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да ҡатнашты. Ул мәктәп ашханаларында уҡыусыларҙың  59 процентының ҡайнар аш менән бушлай тәьмин ителеүе, был маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан аҡсаның  даими бүленеп тороуы тураһында хәбәр итте.

Бушлай туҡланыу дауам итәсәкБушлай туҡланыу дауам итәсәк
Бушлай туҡланыу дауам итәсәк

Белеүебеҙсә, башланғыс синыф уҡыусылары, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаилә балалары, шулай уҡ һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр төшкө ҡайнар аш менән бушлай туҡлана. Республика Башлығы Радий Хәбиров бының артабан да шулай дауам ителәсәген билдәләп үтте.

Әйткәндәй, Стратегик башланғыстар агентлығы ойошторған конкурста Башҡортостандың мәктәп ашханаларында туҡланыуҙы ойоштороу юғары баһаланған:  “Һаулыҡты бала саҡтан һаҡлау» номинацияһында республикабыҙ иң яҡшыһы тип табылған. Конкурсҡа Рәсәйҙең 63 төбәгенән 532 ғариза ҡабул ителгән булған. 

 

Фото: tuvest.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас