+15 °С
Облачно
VKOKTelegram

Муллайән Халиҡовҡа бюст асылды

 Бөгөн Бүздәк районында  Башҡортостандың күренекле дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының тәүге етәкселәренең береһе Муллайән Халиҡовҡа бюст асылды.Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Муллайән Халиҡовтың туғаны Флүрә Вәхитова ҡатнашты.  

Муллайән Халиҡовҡа бюст асылдыМуллайән Халиҡовҡа бюст асылды
Муллайән Халиҡовҡа бюст асылды

Бюст Бүздәк ауылындағы 1-се мәктәп биләмәһендә урынлашҡан. Уның авторы - Башҡортостандың билдәле скульпторы Владимир Дворник.

-Муллайән Халиҡов бик аҡыллы сәйәсмән булған. Уның ҡултамғаһы БАССР-ҙы булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡуйылған. Муллайән Дәүләтша улы Башҡорт АССР-ы Совнаркомы рәйесе вазифаһындағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә беҙҙең республиканың административ сиктәре ҙурая, ә баш ҡаланы Стәрлетамаҡтан Өфөгә күсерәләр.

Ауыр замандар булыуға ҡарамаҫтан, ул фекерҙәштәре менән халыҡ хужалығын тергеҙеүгә өлгәшә, ул үҙе башҡорт мәҙәниәтен, телен, республиканың рухи мираҫын һаҡлауға ҙур көс индерә, – тип белдергән Республика Башлығы Радий Хәбиров.

Сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре булған Муллайән Халиҡовҡа бюст асылыуы Башҡортостан Республикаһына нигеҙ һалыусыларға хөрмәт-ихтирам билгеһе ул, ул ғына ла түгел, тарихи шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү буйынса республика етәксеһе тарафынан эҙмә-эҙлекле алып барылған эш һөҙөмтәһе лә.

Фото: https://api.rbsmi.ru/attachments/ceb6cfe 

Муллайән Халиҡовҡа бюст асылды
Муллайән Халиҡовҡа бюст асылды
Муллайән Халиҡовҡа бюст асылды
Муллайән Халиҡовҡа бюст асылды
Муллайән Халиҡовҡа бюст асылды
Муллайән Халиҡовҡа бюст асылды
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас