+28 °С
Болотло
VKOKМакс

"Аҡыллы каникулдар"

Әбйәлил районы Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияның IX “Б” синыфы уҡыусыһы Ралина Мостафина беҙгә яҙғы ялы тураһында бына нимә яҙып ебәргән:

"Аҡыллы каникулдар""Аҡыллы каникулдар"
"Аҡыллы каникулдар"

“Һәр бер бала яҙғы каникул көндәрен ашҡынып көтөп ала. Беҙҙең  Таһир Күсимов исемендәге гимназияла "Аҡыллы каникулдар" ойошторолдо. Дүшәмбенән алып беҙ төрлө  мауыҡтырғыс, үҙенсәлекле сараларҙа ҡатнашабыҙ.

Дүшәмбенән алып һәр көнөбөҙҙө иртәнге сынығыу күнекмәһе менән башлайбыҙ.

Шунан инде социаль педагог менән осрашыу көтә. Ул беҙгә төрлө ҡыйынлыҡтарҙан ҡотолоу юлдарын өйрәтә.

Шулай уҡ синыфтар араһында  волейбол буйынса ярыш үтте. Видеомонтаж буйынса оҫталыҡ дәресе ҡараныҡ.

Тағы ла финанс өлкәһендә  белемебеҙҙе камиллаштырҙыҡ. "Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?" интеллектуаль уйыны ныҡ оҡшаны.

География, химия, информатика, тарих, урыҫ теле, математика, башҡорт теле, физика фәндәренән файҙалы һәм ҡыҙыҡ уйындар ойошторолдо. Психологтың тренингтарын һәр кем ихлас тыңланы. Был яҙғы  каникул, ысынлап та, барыбыҙ өсөн "Аҡыллы каникулдар" булды.

Белем усағында эшләгән һәр кемгә, уҡытыусыларыбыҙға, ойоштороусыларға һәм тәмле итеп бешергән ашнаҡсыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ”.

"Аҡыллы каникулдар"
"Аҡыллы каникулдар"
"Аҡыллы каникулдар"
"Аҡыллы каникулдар"
"Аҡыллы каникулдар"
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас