+19 °С
Облачно
VKOKTelegram

Һәр көндәре күңелле үтә

Дүртөйлө ҡалаһы Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһында яҙғы "Йәйләү" лагеры  эшен дауам итә. Бөгөн улар  спорт ярыштары көнөн үткәргән.

Һәр көндәре күңелле үтәҺәр көндәре күңелле үтә
Һәр көндәре күңелле үтә

"Еңеүгә – алға!” девизы менән ойошторолған был сара. Һәр тәрбиәләнеүсе үҙ ырыуының еңеүен теләп, бөтә көсөн һалып, физик яҡтан һәләтен күрһәтте. Эстафета ярыштарында I урынды "Ҡаңлы" менән "Йылан" ырыуы алды. Волейбол буйынса ла ҡаңлылар еңеү яуланы.

“Бөтә балалар саранан күтәренке кәйеф менән өйҙәренә таралышты. Ошондай матур ярыш үткәргәндәре өсөн тренерҙар Елена Василий ҡыҙы менән Азамат Адис улына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ”, – тине Руфина Камалова,ул - “Йәйләү”ҙең тәрбиәсеһе.

 

Һәр көндәре күңелле үтә
Һәр көндәре күңелле үтә
Һәр көндәре күңелле үтә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас