+13 °С
Дождь
VKOKTelegram

Нисек ял итәһең, Айгүзәл?

Әбйәлил районы Рауил мәктәбенең V синыф уҡыусыһы Айгүзәл Йәрмөхәмәтова өсөнсө сиректе лә тик "бишле" билдәләренә генә тамамлаған. Бик әүҙем, уңған, тырыш, иптәштәренә ярҙамсыл ҡыҙ.

Нисек ял итәһең, Айгүзәл?Нисек ял итәһең, Айгүзәл?
Нисек ял итәһең, Айгүзәл?

 Ул синыфта уҡыу буйынса яуаплы булараҡ, синыфташтарына  һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер тора икән. Мәктәптең һәм синыфтың йәмәғәт эштәрендә лә иң әүҙем, шулай уҡ синыф етәксеһенең уң ҡулы бит ул. Быйылғы уҡыу йылында Мостай Кәримгә арналған фәнни- ғамәли конференцияла призлы урын яуларға ла өлгөрҙө. Әле яҙғы каникулының һәр бер көнөн файҙалы үткәрә: китап уҡый, әсәһенә ярҙам итә, бәләкәй һеңлеһен ҡараша. Шулай уҡ төрлө тәмлекәстәр бешерергә лә ярата. Бына шулай ялын файҙалы үткәрә уңған, тырыш Айгүзәл! Маладис!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас