+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Каникулда - бәйгелә!

Яҙғы каникулдарығыҙ нисек үтә, дуҫтар? Рәхәтләнеп ял итеп, саф һауала туйғансы уйнап кинәнәһегеҙме? Ә бына Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең V синыф уҡыусыһы Фәнзил Кәримов каникул мәлендә баш ҡалабыҙ Өфөлә булып ҡайтты. Ял итергә килгән тип, уйлай күрмәгеҙ тағы. «Ер һәм Кеше» Бөтә Рәсәй геологик олимпиадаһының республика этабында ҡатнашты ул.

Каникулда - бәйгелә!Каникулда - бәйгелә!
Каникулда - бәйгелә!

Бәйгегә география уҡытыусыһы Гөлназ Ишмырҙа ҡыҙы Низамова менән бик ентекле әҙерләнгәндәр. Минералогия фәне буйынса мәктәп аҡбуры хаҡында эҙләнеү эше яҙып, тәжрибәләр күрһәтеп, матур итеп сығыш яһаған. Һөҙөмтәһе лә ҡыуанырлыҡ: III урын яулаған!

Ике көн эсендә баш ҡаланың иҫтәлекле урындарында ла булырға өлгөргәндәр.

Бәйгелә ҡатнашыуҙан ҡәнәғәт ҡалып, тәьҫорланып ҡайтҡан Фәнзил ҡалған каникул көндәрен дә күңелле һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрер әле!

Каникулда - бәйгелә!
Каникулда - бәйгелә!
Каникулда - бәйгелә!
Каникулда - бәйгелә!
Каникулда - бәйгелә!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас