+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Шайморатов генералға һәйкәл

Республика Башлығы Радий Хәбиров: "Данлыҡлы батырыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылыуы  шәхсән минең өсөн иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе буласаҡ", - тип белдерҙе. 

Шайморатов генералға һәйкәлШайморатов генералға һәйкәл
Шайморатов генералға һәйкәл

Кисә ул Өфөнөң Совет майҙанына барып, ундағы төҙөкләндереү эше һәм 112-се Башҡорт атлы дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу буйынса проекттың нисек тормошҡа ашырылыуы менән танышты. Билдәле булыуынса, һәйкәл проекты асыҡ конкурс буйынса һайланды, скульптор Салауат Щербаковтың эше еңеүсе булды. 

Һәйкәлде асыу Республика көнөнә - 2022 йылдың 11 октябренә планлаштырыла. 

Совет майҙаны ҡаланың йәмәғәт һәм мәҙәни үҙәге буласаҡ, эргәһендә йәштәр өсөн дә мәҙәни һәм ял итеү урындары асыу күҙ уңында тотола. 

Фото: https://glavarb.ru/upload/resize_cache/iblock/fc4/1000_750_1/03AAA02123.JPG

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас