

Ришат Дихинға арналған мөйөштө асыу тантанаһына яҡын дуҫы, курсташы, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто медиа-директоры Айнар Байбулатов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә, журналист, "Аҡбуҙат" балалар журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина килде. Шулай уҡ сарала район етәкселеге, Ришат Марат улының әсәһе Розалиә Нәҡип ҡыҙы, тормош иптәше Гөлназ Рәзиф ҡыҙы, улдары, яҡындары, туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре, ауылдаштары ҡатнашты.
Хәтер мөйөшөндә Ришат Марат улының шәхси әйберҙәре, төрлө йылдарҙа төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған өсөн бирелгән Почёт грамоталары, Рәхмәт хаттары, дипломдары, тормош һәм хеҙмәт юлын сағылдырған фотоһүрәттәре урын алған. Туғыҙ быуынын өйрәнеп, үҙ ҡулдары менән төҙөгән шәжәрә ағасы ла бар бында. Ә музейҙың стенаһын мәрхүмдең йылмайып торған портреты биҙәй. Уны үткән йыл Балалар сәнғәт мәктәбе коллективы Гөлназ Рәзиф ҡыҙына бүләк иткән. Үҙенә бик ҡәҙерле булған бүләкте ул тормош иптәше уҡыған мәктәптең музейына тапшырырға ҡарар итә.
- Мөйөштө булдырыуҙа беҙгә Ришат Марат улының тормош иптәше Гөлназ Рәзиф ҡыҙы ныҡ ярҙам итте. Бөтә документтарҙы алып ҡайтып, беҙгә күсермәһен ҡалдырҙы. Асҡын тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Әнзирә Мөкәрәм ҡыҙы Ғәниева ла беҙгә килеп, йыйған материалдарҙы матур итеп урынлаштырырға ярҙам итте. Бына шулай, уҡытыусылар менән бергәләшеп шундай хәтер мөйөшөн булдырҙыҡ. Киләсәктә тағы ла материалдар туплап, байытырға тигән маҡсат менән янабыҙ, - тине үҙ сығышында Урмияҙ урта мәктәбе директоры Резеда Рәүзәт ҡыҙы Ибраһимова.
Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә тыуған ере, халҡы өсөн янып, ҙур эштәр башҡарырға өлгөргән Асҡындың илһөйәр егете Ришат Дихиндың яҡты рухы беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәр.
Фото: https://sun9-81.userapi.com/impf/YcZ