

Былтыр илебеҙҙә балалар ялына ҡағылышлы кешбэк программаһы эшләгәйне. Ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса 2022 йылда ла 1 майҙан тормошҡа ашырыла башлай. Был программа буйынса йәйге һауыҡтырыу лагерына алынған юллама хаҡының 50 процентын биш көн эсендә кире ҡайтаралар, тик был 20 меңдән артырға тейеш түгел.
Мөмкинлектән файҙаланыр өсөн https://мирпутешествий.рф/ сайтына инеп, «Балалар лагерҙары» тигән бүлектә юллама һайларға, «Мир» банк картаһын https://privetmir.ru/ сайтында теркәргә һәм юллама хаҡын түләргә кәрәк.
Тағы республика ҡаҙнаһынан да 30 проценты кире ҡайтарыу мөмкинлеге бирелә. Быныһын инде юлламаны һатып алғас, 30 көн эсендә үҙегеҙ юллайһығыҙ. Һеҙ һайлаған лагерь Башҡортостан Республикаһы балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр ял һәм һауыҡтырыу учреждениелары реестрына ингән булырға тейеш. Исемлек менән https://education.bashkortostan.ru/ (деятельность – «детский отдых и оздоровление» бүлеге) сайтына инеп таныша алаһығыҙ.
Фото: ria82.ru