+28 °С
Болотло
VKOKМакс

БДУ-ла - яңы етәксе

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Вадим Захаров Башҡорт дәүләт университетының ректоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнгән.

БДУ-ла -  яңы етәксеБДУ-ла -  яңы етәксе
БДУ-ла - яңы етәксе

Вадим Захаров 1975 йылда Күгәрсен районы Семено-Петровсое ауылында тыуған. БДУ-ның химия факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. 2004 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған. Вадим Захаров үҙе белем алған юғары уҡыу йортонда быға тиклем дә проректор вазифаһында эшләгән булған. 2021 йылдан ул  Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәген етәкләй ине.

Фото: ufa.rbc.ru 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас