+24 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
12 Апреля 2022, 06:35

Матур саралар көтөлә

15 — 16 апрелдә республикала Милли кейем көнө билдәләнә. Ошоға ярашлы баш ҡалабыҙ Өфөлә һәм  барлыҡ төбәктәрҙә бик матур, сағыу байрам саралары ойошторолоуы көтөлә.

Матур саралар көтөләМатур саралар көтөлә
Матур саралар көтөлә

Башҡортостанда төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы, үҙ мәҙәниәте бар.

Милли кейем  һәр бер халыҡ мәҙәниәтенең алыштырғыһыҙ өлөшөн биләй. Был ябай ғына кейем түгел, ә тотош милләттең тарихын һаҡлай, көнкүрешен сағылдыра. Шуға ла уны ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы һаҡлаған кеүек ҡәҙерләргә кәрәк.

Башҡортостанда 2020 йылдан алып Милли кейем көнө билдәләнә. Уны йылына ике тапҡыр: апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үткәрәләр. Был байрам республикала йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәрен берләштерә, һәр береһенең йолалары һәм мәҙәниәте менән танышыу мөмкинлеге бирә.

Милли кейем көнөндә баш ҡалабыҙ Өфөлә «Тамға» II халыҡ-ара башҡорт милли кейем тегеү оҫталарының иң яҡшы эш өлгөләре һәм республикала йәшәүсе халыҡтарҙың уникаль экспозициялы таҫтамалдарының күргәҙмәләрен асыу тантанаһы үтәсәк. Шулай уҡ «түңәрәк өҫтәл»дәр, «Милли кейемдә фото» республика флешмобы ойошторолоу күҙҙаллана.

16 апрель көндө саралар «Арт-КВАДРАТ»та дауам итәсәк. Баш ҡалала йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы дизайнерҙарҙан милли кейемдәр ҡарау, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының күргәҙмәһе, милли кейем өлгөләре менән еңел сәнәғәт йәрминкәһе, Башҡортостандың тарихи-мәҙәни үҙәктәре тарафынан ойоштороласаҡ оҫталыҡ дәрестәре көтә. Бында шулай уҡ фотостудия ла эшләйәсәк, теләге булған һәр кем милли кейемдә фотоға төшә ала.

#МиллиКейемКөнө2022 #ДеньНациональногоКостюма2022

Фото: https://i.mycdn.me/i?r=Ay

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас