+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
12 Апрель 2022, 10:40

Республика Башлығын хайран иткәндәр!

Кемдәр, тиһегеҙме? Өфөләге 46-сы лицейҙың VIII синыф уҡыусылары Әҙилә Фәттәхова менән Милена Кафидова! 

Республика Башлығын хайран иткәндәр!Республика Башлығын хайран иткәндәр!
Республика Башлығын хайран иткәндәр!

Бөтә Рәсәй Экология форумын асыу тантанаһында улар үҙҙәре эшләгән «Ҡурай-парк» проектын тәҡдим иткән. Республика Башлығы Радий Хәбиров йәш экологтарҙың идеяһын ныҡ оҡшатҡан. "Уны ҡайһы ерҙә тормошҡа ашырырға мөмкин булыуын уйларға кәрәк", — тигән. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

— Ете тажлы ҡурай сәскәһен хәтерләткән «Ҡурай-парк» ғаилә менән ял итеү өсөн бүленгән ете экологик өлөштән тора. Был зоналарҙа нимәләр буласағы хаҡында ентекле уйландыҡ һәм шундай ҡарарға килдек: урам кинотеатры, төрлө саралар өсөн сәхнә, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, йәйәүлеләр өсөн урын да булырға тейеш. Шулай уҡ тирә-яҡты йәшелләндереү мотлаҡ. Ҡыҫҡаһы, был паркҡа килгән һәр ғаилә ағзаһы ялын күңелле итеп үткәрә аласаҡ. Миловка һәм Дмитриевка ауылдары араһында бер матур, тыныс урын бар. «Ҡурай-парк»ты  шунда эшләһәләр, бик шәп булыр ине, — ти Әҙилә менән Милена.

Ҡыҙҙар Өфөнөң Затон биҫтәһендәге «Елкән» балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнә.

Республика етәксеһенән хуплау ишетеп, уй-хыялдарын тормошҡа ашырырға тырышҡан йәш экологтарға бары тик уңыштар ғына теләйһе ҡала. Афарин, ҡыҙҙар!

Фото: https://api.rbsmi.ru/attachments/

Республика Башлығын хайран иткәндәр!
Республика Башлығын хайран иткәндәр!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас