+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Апрель 2022, 08:15

Ҡасим Дәүләткилдеевкә арнап

Иртәгә башҡорт рәссам сәнғәтенә нигеҙ һалыусы  Ҡасим Сәлиғәсҡәр улы Дәүләткилдеевтең тыуыуына 135 йыл тулыу уңайынан хәтер кисәһе үтә. Сарала Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар Союзы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Благовар районы вәкилдәре,рәссамдың туғандары, уның исемен йөрөткән республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы уҡытыусылары һәм уҡыусылары ҡатнаша.

Ҡасим Дәүләткилдеевкә арнапҠасим Дәүләткилдеевкә арнап
Ҡасим Дәүләткилдеевкә арнап

Рәссам бюсына сәскәләр һалыу, картиналары күргәҙмәһен, музейҙы ҡарау, премия тапшырыу ойоштороласаҡ, шулай уҡ театрлаштырылған тамаша көтөлә. 

Хәтер кисәһе Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында үтә. Көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.  Адресы: Степан Кувыкин урамы, 100. 

Фото: avatars.mds.ya

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас