+22 °С
Ясно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
20 Апреля 2022, 06:20

Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссам

Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында башҡорт рәссам сәнғәтенә нигеҙ һалыусы  Ҡасим Сәлиғәсҡәр улы Дәүләткилдеевтың тыуыуына 135 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе үтте.

Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссамТылсымлы ҡылҡәләмле рәссам
Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссам

Сарала Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Благовар районы вәкилдәре, рәссамдың туғандары, уның исемен йөрөткән республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы уҡытыусылары һәм уҡыусылары ҡатнашты.

Иң тәүҙә ҡунаҡтар белем усағы алдында урынлашҡан рәссам бюсына сәскәләр һалды. Әйткәндәй, бюст 2017 йылда билдәле скульптор, педагог, Рәсәй Рәссамдары союзы ағзаһы, үҙе лә ошо гимназияны тамамлаған, әле бында балаларға белем биреүсе Илдус Закиров тарафынан эшләнгән.

Гимназия уҡыусыларының «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосына арналған, «Арғымаҡ» төркөмө менән берлектә әҙерләнгән проектҡа ярашлы,  «Сәнғәт ҡанаттар ҡуя»,  «Башҡортостан халыҡтарының байрам натюрморты» исемле ижади эштәренән әҙерләнгән күргәҙмә ойошторолдо. Компьютер синыфында  «Башҡортостан ынйылары» йәнһүрәттәр серияһы күрһәтелде. Быларҙы гимназистар үҙҙәре эшләгән!

Интернат-гимназияның бай тарихлы, йөкмәткеле музейында ла булды ҡунаҡтар.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, режиссёр Илнур Лоҡманов интернат-гимназия уҡыусылары менән Ҡасим Дәүләткилдеевтең тормошон сағылдырған театрлаштырылған тамаша әҙерләгәйне. Араларынан VI синыф уҡыусыһы Айҙар Зәйнуллин менән  VIII синыфтан Ғайса Мөхәмәтшин рәссамдың бала һәм үҫмер сағын бигерәк оҫта башҡарҙы. Тамашасылар үҙҙәрен көслө алҡыштарға күмде.

Хәтер кисәһендә иң яҡшы рәссамдарға, уҡытыусыларға һәм талантлы уҡыусыларға Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге премия ла тапшырылды.

 

Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссам
Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссам
Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссам
Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссам
Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссам
Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссам
Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссам
Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссам
Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссам
Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссам
Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссам
Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссам
Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссам
Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссам
Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссам
Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссам
Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссам
Тылсымлы ҡылҡәләмле рәссам
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас