

Йәнә иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм офлайн форматта уҙғарыла. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр өсөн Башҡорт дәүләт университетында, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостандың Милли музейында майҙансыҡтар ойошторола. Өҫтәмә оффлайн майҙансыҡтар исемлеге менән https://bashdictant.ru/ сайтында танышырға мөмкин.
2022 йылдың 23 апрель көнө 11:00 сәғәт (Өфө ваҡыты) тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:
сәғәт 11-ҙән 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
сәғәт 11:30-ҙан 12-гә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
сәғәт 12.05-тән сәғәт 12.30-ға тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға bashdictant2022@mail.ru йәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 2022 йылдың 24 апреленә 23:59 сәғәткә тиклем ебәрергә кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта диктантты 2022 йылдың 24 апрель 23:59 сәғәткә тиклем https://bashdictant.ru/ рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә ( https://vk.com/bash_tv , https://vk.com/bash_fond ) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.
Фото: https://edit.strbsu.ru/