+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
22 Апрель 2022, 11:20

Иртәгә диктант яҙырға онотмағыҙ!

Иртәгә, 23 апрелдә, «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант»  мәғариф акцияһы уҙғарыла.

Иртәгә диктант яҙырға онотмағыҙ!Иртәгә диктант яҙырға онотмағыҙ!
Иртәгә диктант яҙырға онотмағыҙ!

Сара алдынан ойоштороусылар диктанттың символикаһын ҡулланып, социаль селтәрҙәр өсөн аватаркалар флешмобын башлап ебәрҙе: https://avatar.web-canape.ru/client?id=1256 .

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм оффлайн форматта уҙғарыла. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр өсөн Башҡорт дәүләт университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостандың Милли музейында майҙансыҡтар ойошторола. Республика буйынса өҫтәмә 900 оффлайн майҙансыҡтар исемлеге менән https://bashdictant.ru/  сайтында танышырға мөмкин.

2022 йылдың 23 апрель көнө 11:00 сәғ. (Өфө ваҡыты) тура эфирҙа «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:

сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;

сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 12:00-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;

сәғәт 12.05-нән сәғәт 12.30-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға  bashdictant2022@mail.ru йәки телеграм-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 2022 йылдың 24 апреленә 23:59 сәғәткә тиклем ебәрергә кәрәк.

Йыл һайын акция сиктәрендә иң бәләкәй һәм иң оло ҡатнашыусыны билдәләп китеү йолаһы бар. Ҡатнашыусыларҙы социаль селтәргә фото-видео һалып, аңлатмаһына исем-фамилия, йәшәгән районын һәм йәшен яҙырға һорайбыҙ.  Мотлаҡ рәүештә #башдиктант2022 хештегын ҡуйырға кәрәк.

Фото: https://www.culture.r

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас