+27 °С
Ясно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
23 Апреля 2022, 09:55

"1000 велосипедсы көнө"н көтәһегеҙме?

"1000 велосипедсы көнө" быйыл да үтәсәк. Фестивалгә Башҡортостандың  5 ҡалаһы ҡушыласаҡ. 

Салауат ҡалаһында  1 майҙа уҙасаҡ был күңелле байрам. 8 майҙа – Стәрлетамаҡта, 15 майҙа – Октябрьскийҙа, 22 майҙа –  Нефтекамала, 29 майҙа Өфөлә уҙасаҡ.

Ә һеҙ "1000 велосипедсы көнө"ндә ҡатнашырға йыйынаһығыҙмы? 

2020 йылда  коронавирус пандемияһы арҡаһында фестиваль үткәрелмәгәйне, ә былтыр Өфөләге велоуҙышсылар акцияһында 22 мең кеше ҡатнашты. Велосипедсылар Ленин исемендәге майҙандан Салауат Юлаев һәйкәле янына тиклем барҙы һәм фестивалде "Ватан" паркында  ойошторолған спорт уйындары, концерт номерҙары дауам итте.

Фото: yandex.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас