+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
26 Апреля 2022, 09:25

Матур байрамдар һәм оҙайлы ялдар көтә

Алда беҙҙе матур байрамдар һәм оҙайлы ялдар көтә. Был көндәрҙә республика халҡы өсөн ниндәй саралар ойоштороласаҡ? Ошо хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов һөйләне.

Матур байрамдар һәм оҙайлы ялдар көтәМатур байрамдар һәм оҙайлы ялдар көтә
Матур байрамдар һәм оҙайлы ялдар көтә

1 Май — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, йола буйынса, профсоюздар менән берлектә билдәләнә. Төп саралар Өфөләге Профсоюздар йорто алдындағы майҙанда буласаҡ, Башҡортостан Республикаһының ижади коллективтары һәм артистары ҡатнашлығында митинг-концерт ойоштороласаҡ. Сара барышында «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләү ҙә ҡаралған.

Йола буйынса, Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡала һәм райондарында төрлө майҙансыҡтарҙа халыҡ байрамдары ойошторола. Шулай уҡ 1 майҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә «Фонтандар фестивале» башлана, уның барышында Өфөнөң төп фонтандары эшләй башлай, улар янында инструменталь коллективтар классик музыка башҡарасаҡ.

Еңеү көнөнә арналған рәсми саралар 8 майҙа, «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара проектына ярашлы, ветерандар, Рәсәй Геройҙары һәм республика йәштәре ҡатнашлығында «Геройҙар аллеяһы» һәм «Еңеү урмандары”н ултыртыуҙан башлана.

Тантаналы сараларҙа ҡатнашыу өсөн яҡташыбыҙ, контр-адмирал Ба­тыр­гәрәй Зөлҡәрнәевтең республикаға визиты ойоштороласаҡ. Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса өс яҡташты Хәрби-диңгеҙ флотының баш командующийы наградалары менән бүләкләү тантанаһын ойоштороу күҙаллана.

«Первушино» аэродром комплексының бәләкәй авиация самолёттарын һәм «ХелиПорт-Өфө» вертолёттарын күрһәтеү ҙә ҡаралған.

Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн был көндө һалдат бутҡаһы менән ялан кухняһы, ҡала Советы майҙан­сығында интерактив майҙансыҡтар эшләйәсәк, байрам концерты буласаҡ, ул төнгө 11-ҙә салют менән тамамланасаҡ.

Йолаға әүерелгән тағы ла бер сара — «Үлемһеҙ полк» акцияһы. Өфөлә үтәсәк парадта — 150 мең, республика буйынса 450 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

Баш ҡаланың Совет майҙанында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә нигеҙ һалыу Еңеү көнөндә планлаштырылған әһәмиәтле сараларҙың береһе буласаҡ. 1 майҙа буласаҡ Герой һәйкәленә нигеҙ һалыу өсөн ер йыйыу буйынса республика марафонына старт биреләсәк. Марафон туғыҙ зонаға бүленгән бөтә республика биләмәһендә уҙа. 9 майҙа һуңғы ус тупраҡ генерал-майорҙың тыуған төйә­гендәге Шайморат ауылындағы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында алынып, Совет майҙанына килтерелә һәм тантаналы рәүештә һәйкәлгә нигеҙ һалынасаҡ.

Еңеү көнөнөң төп саралары киске сәғәт 7-лә «Торатау» конгресс-холы амфитеатры майҙансығында Рәсәй һәм Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары һәм ижади коллективтары ҡатнаш­лығындағы байрам концерты менән тамамлана.Әйткәндәй, Рәсәй эстрадаһының йондоҙҙары — Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Басков һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Лев Лещенко киләсәк. Сара киске сәғәт 10-да байрам салюты менән тамамлана.

Республика район һәм ҡалаларында шулай уҡ ветерандарҙы хөрмәтләү буйынса традицион саралар уҙғарыу план­лаштырылған.

Сығанаҡ https://bashgazet.ru/

Фото: https://school1298.ru/

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас