+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
29 Апрель 2022, 09:18

«Атайсал»дың изге эштәре

Республика етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2021 йылдан «Атайсал — кесе Ватан» проекты тормошҡа ашырыла. Бөгөн Өфөлә унда ҡатнашыусыларҙың «Яҡташлыҡ көсө» форумы үтә.

Проекттың  порталында 2 меңдән ашыу кеше теркәлгән, улар башҡарған изге эштәр тураһында тулыһынса мәғлүмәт бирелгән. Белеүегеҙсә, «Атайсал — кесе Ватан» проекты буйынса билдәле шәхестәр, эшҡыуарҙар һәм башҡалар тыуған ауылдарына, ҡалаларына, йәғни яҡташтарына ярҙам итә. Шуныһы ҡыуаныслы: улар йәш быуын тураһында ла онотмай: мәктәптәрҙе, спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндереүҙә ярҙам итә, төрлө саралар үткәреүгә үҙ өлөштәрен индерә, балалар сәнғәт коллективтарына костюм тектереүселәр бар.

Бөгөн «Торатау» конгресс-холында «Яҡташлыҡ көсө» форумында бына шул изге күңелле, ярҙамсыл, тыуған ерен яратҡан шәхестәр осраша, тәжрибә уртаҡлаша, аралаша. «Түңәрәк өҫтәл»дәр, дискуссия майҙансыҡтары ойошторолған.

#атайсал

Фото: yandex.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас